Новости
3 Сентябрь 2025, 09:05

Тайыштабандар, ҡаса башлағыҙ

Республикала һоро айыуҙарҙың популяцияһы арта. Тайыштабандарҙың ялан-ҡырҙарҙа ла, ауылдар тирәһендә лә кешеләр менән осрашыуы йыш күҙәтелә. 130 һунарсыға айыуҙарға һунар итергә рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. Тайыштабандарға һунар йыл һайын август айында башлана.

Тайыштабандар, ҡаса башлағыҙТайыштабандар, ҡаса башлағыҙ
Тайыштабандар, ҡаса башлағыҙ

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәте буйынса, 2025 йылда ведомствоға бөтәһе 2,5 меңдән ашыу ғариза килгән. Республикала йәшәгән 130 кеше һунарсы билетын алған. Йәрәбә тартыу беренсе тапҡыр электрон форматта үткәрелгән.

Белгестәр әйтеүенсә, төбәктә һоро айыуҙарҙың популяцияһы арта. Урман хужаларының ялан-ҡырҙарҙа ла, ауылдар тирәһендә лә кешеләр менән осрашыуы йыш күҙәтелә.

Һунар тәбиғәттә балансты һаҡлауҙың бер ысулы булып һанала. Айыуҙарға һунар йыл һайын август айында башлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас