

Профмастерлыҡ буйынса чемпионат финалы 25-30 августа Калугала федераль профессиональ белем биреү технопаркы базаһында үтә.
Республикаға шәхси һынауҙарҙа төп уңышты Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты Руслан Шәрипов алып килде. Ул "Электроника" компетенцияһында еңеүсе булды, шулай уҡ индустриаль һәм халыҡ-ара зачеттарҙа "алтын" яуланы, Рәсәйҙең иң яҡшы йәш белгестәренең береһе статусын раҫланы.
Рәйсә Әхмәтова ("Эшҡыуарлыҡ"), Алина Зәйнәғетдинова ("Селтәр системалы администрирование") һәм Зөһрә Солтанова ("Сәнәғәт дизайны") көмөш миҙалдар алды.
БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, Башҡортостан студенттарының юғары һөҙөмтәләре төбәктең белем биреү ойошмалары студенттарының юғары әҙерлек кимәлен тағы бер тапҡыр күрһәтте.
Өҫтәүенә, быйыл "Профессионалдар" чемпионаты финалында тәүге тапҡыр ҡатнаш типтағы команда форматы индерелә, унда төрлө төбәктәрҙән һәм компетенцияларҙан ҡатнашыусылар бергә эшләй. Башҡортостан вәкилдәре чемпионаттың был өлөшөндә лә лайыҡлы сығыш яһаны, республика ҡаҙнаһын бер алтын, ике көмөш һәм өс бронза награда менән тулыландырҙы.