+21 °С
Болотло
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына баймаҡтар күптән ышаныс белдерә. Уның ярҙамында урындағы күп кенә проблемалар хәл ителде. Һуңғы ике йылда был программаға ҡала халҡы ла ҡушыла башланы. Ул Баймаҡ ҡалаһындағы ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләрҙе атҡарып ҡуйырға булышлыҡ итте. Бөгөн подрядсы ойошма Баҡса һәм Яр буйы урамдарында һыу селтәре төҙөлөшө эшен башланды.