Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Сентябрь 2025, 10:40

Йәнә юл фажиғәһе, йәнә бала һәләк булған...

Трактор һәм "Лада Гранта" бәрелешкән. Һөҙөмтәлә өс кеше, шул иҫәптән бер баланың ғүмере өҙөлгән.

Бөгөн Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн көндөҙ Төрөшлө – Николаевка автомобиль юлының 4-се километрында «Лада Гранта» автомобиле менән юл ыңғайы китеп барған арбалы трактор бәрелешкән.

Аварияла еңел автомобиль водителе һәм пассажиры, шулай уҡ ата-әсәһе менән бергә тракторҙа китеп барған бала урында йән биргән.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ваҡиға урынында Стәрлетамаҡ районы прокуроры Илшат Рәхмәтуллин эшләй.

Күҙәтеү ведомствоһы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен һәм асыҡлауҙы контролдә тота, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә. 

Сығанаҡ: Башинформ.

Фото: Госавтоинспекция Башкортостана.

Йәнә юл фажиғәһе, йәнә бала һәләк булған...
Йәнә юл фажиғәһе, йәнә бала һәләк булған...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас