Новости
2 Сентябрь 2025, 05:40

Мауыҡтырғыс программа көтә

Фестивалдә һәр кем үҙенә оҡшаған йүнәлеште табасаҡ

Мауыҡтырғыс программа көтәМауыҡтырғыс программа көтә
Мауыҡтырғыс программа көтә

"Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт аттарының фестивале сиктәрендә махсус гастрономик зона ойоштороласаҡ. Бында "Башҡортостан продукты" проекты еңеүселәре үҙҙәренең иң яҡшы продукцияһын тәҡдим итәсәк. Сара Баймаҡ районының Граф күле буйында 6 сентябрҙә үтә. – Фестивалдә “Башҡортостан продукты” проекты еңеүселәребеҙ республикала етештерелгән продукцияның төрлөлөгөн күрһәтә аласаҡ. Был урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам ғына түгел, ә фестиваль ҡунаҡтарына төбәгебеҙҙең үҙенсәлекле зауыҡтары менән танышыу мөмкинлеге лә, - тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Василий Таболин. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас