Новости
2 Сентябрь 2025, 09:10

Алғаҙылар Рысҡужала

Районыбыҙҙың Алғаҙы һәм Әбйәлилдең Рысҡужа ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙары араһында күптән инде дуҫлыҡ күпере һалынған. Әле күптән түгел улар тағы ла матур сәбәп менән Рысҡужаға йыйылды. Был юлы Алғаҙы ауылының “Миләш” ансамблен Рысҡужаның “Йәйғор” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Фәнүзә Биктимерова һәм күренекле шағирә Айһылыу Хәсәнова саҡырҙы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Районыбыҙҙың Алғаҙы һәм Әбйәлилдең Рысҡужа ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙары араһында күптән инде дуҫлыҡ күпере һалынған. Әле күптән түгел улар тағы ла матур сәбәп менән Рысҡужаға йыйылды. Был юлы Алғаҙы ауылының “Миләш” ансамблен Рысҡужаның “Йәйғор” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Фәнүзә Биктимерова һәм күренекле шағирә Айһылыу Хәсәнова саҡырҙы. Осрашыу Айһылыу Хәсәнованың яңы ғына донъя күргән “Тамъян төйәге” тип аталған китабының исем туйына бағышланған ине. Сараға авторҙың туғандары, иждадташ дуҫтары, яҡындары, ауылдаштары ла саҡырылған.  Шулай уҡ Өфө ҡалаһынан шағирҙәр Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтарҙың да ҡатнашыуы оло мәртәбәгә лайыҡ ине.

“Миләш”тәр әбйәлилдәргә һәр саҡтағыса матур йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.

Алғаҙылар Рысҡужала
Алғаҙылар Рысҡужала
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас