+21 °С
Болотло
Бөгөн Баймаҡ районының “Беҙ бергә”, Баймаҡ районы буйынса “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды үҙенсәлекле акция ойошторҙо. Улар берҙәм көс менән махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡалған ғаиләләрҙең беренсе класҡа уҡыуға барасаҡ балаларға бүләктәр тапшырҙы. Портфелдәр, уҡыу кәрәк-яраҡ наборҙарынан, тәмлекәстәрҙән торған йыйылмалар ун бер буласаҡ уҡыусыға тапшырылды.
Беҙ уҡыусыларҙың тик яҡшы билдәләргә генә уҡыуын, район, республика һәм илебеҙҙең ғорурлығы булыуҙарын теләйбеҙ