Новости
29 Август 2025, 10:05

Путинлы көмөш тәңкә

Немец журналы Рәсәй Президентына арналған тәңкә сығарыуы тураһында иғлан иткән. Тасуирламанан күренеүенсә, ул «ныҡлыҡты, батырлыҡты һәм көнбайыш мейнстримын еңеүҙе» символлаштыра. 

ТАСС хәбәр итеүенсә, Compact сәйәси журналы Рәсәй президенты Владимир Путин хөрмәтенә тәңкә сығарыу тураһында иғлан итте, тиелә баҫма порталында.

Сувенир көмөштән эшләнгән. Тәңкәлә Рәсәй лидерының портреты һүрәтләнгән һәм «патриот Владимир Путин» (Patriot Wladimir Putin) тип яҙылған. Тасуирламанан күренеүенсә, ул «ныҡлыҡты, батырлыҡты һәм көнбайыш мейнстримын еңеүҙе» символлаштыра. Тәңкә сентябрь аҙағында һатыуға сыға.

Автор:
Читайте нас