Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Август 2025, 09:05

Иҡтисадҡа ныҡлы иғтибар

Дәүләт сәйәсәте маҡсаттарына ярашлы, 2036 йылға терәк тораҡ пункттарҙа йәшәү мөхите сифаты 30% яҡшырырға тейеш

«Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының төп темаһы – яңы иҡтисади үҫеш үҙәктәре.

2024 йылда Башҡортостанда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 62 терәк пункт билдәләнде, улар – республиканың барлыҡ муниципаль үҙәктәре (шул иҫәтән Инйәр), тип иҫкә төшөрҙө ул.

«Дәүләт сәйәсәте маҡсаттарына ярашлы, 2036 йылға терәк тораҡ пункттарҙа йәшәү мөхите сифаты 30% яҡшырырға тейеш. Был социаль, торлаҡ-коммуналь һәм транспорт инфраструктураһына ҡағыла, әлеге маҡсаттарға федераль аҡса йүнәлтелә», — тине министр урынбаҫары.

«Терәк тораҡ пункттарҙы үҫтереү» проект оҫтаханаһы 5 сентябрҙә эшләй. «Форумда Сибай терәк пунктты үҫтереү моделе булып сығыш яһай», — тип билдәләне Михаил Изотов.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас