Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Август 2025, 08:58

Фронт бригадалары алғы һыҙыҡта һәм госпиталдәрҙә яугирҙарға нисек ярҙам итә

«Шайморатов генерал» һәм «Рубин йондоҙо»: фронт бригадалары алғы һыҙыҡта һәм госпиталдәрҙә яугирҙарға нисек ярҙам итә

Фронт бригадалары алғы һыҙыҡта һәм госпиталдәрҙә яугирҙарға нисек ярҙам итәФронт бригадалары алғы һыҙыҡта һәм госпиталдәрҙә яугирҙарға нисек ярҙам итә
Фронт бригадалары алғы һыҙыҡта һәм госпиталдәрҙә яугирҙарға нисек ярҙам итә

Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфөлә Көньяҡ хәрби округының «Рубин йондоҙо» йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаны. Концерт республика һуғыш ветерандарының клиник госпиталендә үтте, унда яралы яугирҙар дауалана һәм реабилитация үтә.
Коллектив составында Башҡортостандан дүрт кеше. Улар араһында Баймаҡ районынан солист Замир Йәнтүрин да бар. Ул мобилизацияланғас, ҡулына ҡорал алып Тыуған илен яҡларға йыйына, әммә осраҡлы хәл уның яҙмышын хәл итә. Хәрби хәрәкәттәр зонаһына ебәрелгән ваҡытта Замир башҡа ир-егеттәр менән бергә автобуста «Шайморатов генерал» йырын йырлай. Кемдер уны видеоға төшөрөп, интернетҡа һала. Был “вируслы” видео булып китә һәм 30 миллиондан ашыу кеше ҡарай. Был хәл командованиеның иғтибарын йәлеп итә. Замирҙы профессиональ артист булараҡ, фронт бригадаһына күсерәләр.
"Урыҫ һалдаты булған ерҙә, урыҫ йыры ла яңғырарға тейеш", - тип иҫәпләй фронт бригадаһы етәксеһе Игорь Марченко. «Рубин йондоҙо» артистары ла хеҙмәт итә, тик уларҙың ҡоралы автомат түгел, ә баян, гитара, йыр һәм микрофон. Уларҙың бурысы - яугирҙарҙы рухландырыу, кәйефтәрен күтәреү һәм уларға иғтибарын бер аҙ булһа ла ситкә йүнәлтергә, тыуған йортон иҫкә төшөрөргә мөмкинлек биреү.
Игорь Марченко сығыштарының тулҡынландырғыс мәлдәре менән уртаҡлаша: “Яугирҙар беренсе йырҙы өндәшмәй генә тыңлай, икенсе йырҙы йылмайып тыңлай, өсөнсөһөнә ҡушылып йырлай, ә дүртенсеһендә инде бейергә төшә. Һуңынан инде телефонын сығара һәм туғандарына ебәреү өсөн видео төшөрә . Төшөргән яҙманы тағы ла бер тапҡыр блиндаждарҙа тыңлайҙар... Улар яғынан реакция бар, тимәк, беҙ уларҙың күңелдәрен йылытабыҙ.
«Рубин йондоҙо” артистары бөтә ерҙә лә сығыш яһай: блиндаждарҙа һәм госпиталдәрҙә, вертолет майҙансыҡтарында һәм мәктәптәрҙә, яугирҙар һәм халыҡ алдында. Патриотик йырҙарҙан тыш, улар репертуарында - классика, джаз, рок йүнәлешендәге йырҙар. Фронт бригадаһы 2300-ҙән ашыу концерт биргән.
Госпиталь залында йыйылған яугирҙарҙың береһе - Кушнаренко районынан Самат Ғәбделкәримов. «Сармат» ҡушаматлы яугир инде өс йыл хеҙмәт итә. Ул Терна ҡасабаһын штурмлағанда яраланған, хәҙер инде госпиталдә дауалана. Махсус хәрби операция зонаһында фронт бригадалары менән осраша алмауы хаҡында белдерҙе. Әммә бөгөн ул һуғыш йырҙарын һәм туған башҡорт көйҙәрен яратып тыңланы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас