Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Август 2025, 09:22

Ауырыуың көслө булһа...

...водитель таныҡлығынан мәхрүм итәсәктәр. 1 сентябрҙән Рәсәйҙә яңы закон үҙ көсөнә инәсәк. Уға ярашлы, ГАИ инспекторҙары поликлиниканан дөйөм белешмәгә инеп, водителдәрҙең сәләмәтлеге тураһындағы мәғлүмәт менән таныша ала. Әгәр ҙә уның сәләмәтлегендә машина йөрөтөүгә хәүефле сир табылһа... Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

1 сентябрҙән Рәсәйҙә яңы закон үҙ көсөнә инәсәк. Уға ярашлы, ГАИ инспекторҙары поликлиниканан дөйөм белешмәгә инеп, водителдәрҙең сәләмәтлеге тураһындағы мәғлүмәт менән таныша ала. Әгәр ҙә уның сәләмәтлегендә машина йөрөтөүгә хәүефле сир табылһа, был хаҡта шунда уҡ ГАИ-ға хәбәр ителә. Таныҡлыҡ тартып алынғас, уның һаулығын нығытырға бер ай ваҡыт биреләсәк. Дауаланыу курсы алғас, транспорт сараһы менән идара итә алыуын раҫлатыу өсөн ҡайтанан медицина тикшереүе үтергә бурыслы. Бындай үҙгәрештәр “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы” һәм “Шәхси мәғлүмәттәр тураһындағы” ҡануниәттәргә төҙәтеүҙәр индерелгән.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас