Күптән түгел Беренсе Этҡол биләмәһе хакимиәте башлығы Илгиз Йәнбирҙин ауылдашыбыҙ Рәхилә Ҡунысбаеваға “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһенә” миҙалын тапшырҙы. 1441867-се хәрби часть командиры, гвардия полковнигы К. Ситников ҡул ҡуйған наградаға Рәхилә Ғиззәт ҡыҙы ҡаһарман ул үҫтергәне өсөн лайыҡ булды.
Рәхилә Ғиззәт ҡыҙы ире мәрхүм булып ҡалғандан һуң, 2005 йылда Беренсе Этҡол ауылына Азаматовтар ғаиләһенә килен булып төшә. Бына хәҙер егерме бер йыл инде наил Зиннур улы менән бер-береһен аңлап, матур итеп донъя көтәләр. Ике ғаиләнең балаларын берҙәй тигеҙ күреп, оло юлға аяҡ баҫтырҙылар, хәҙер инде үҙҙәренең уртаҡ ҡыҙҙары бар. Ауылда уларҙы эшсән, тырыш һәм матур ғаилә булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. Ғаилә башлығы әле хеҙмәт юлын “Г.З. Байрамғолова” КФх-һында дауам итә. Ә инде ҡатыны социаль хеҙмәткәр булып эшләй, ауыл Советы депутаты ла. Рәхилә Ғиззәт ҡыҙының өлкән улы Илдус Алғаҙы ауылында тыуып үҫә. Ошондағы 9 йыллыҡ мәктәпте тамамлай,
Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист, иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә. Бер нисә йыл Учалы ҡалаһында төҙөүсе булып эшләй. Әрме сафында хеҙмәт итә. 2018 йылда Йылым ауылы һылыуы Гөлнара менән сәстәрен-сәскә бәйләй. Ул менән ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Илдус Рафиҡ улы 2022 йылдың 26 сентябрендә тәүгеләрҙән булып мобилизация тулҡынына эләгә һәм махсус хәрби операцияға юллана. Бына дүрт йыл инде ул Ватан һағында хеҙмәтен намыҫ менән үтәй, командирҙарынан гел маҡтау һүҙҙәре генә килеп тора.
Рәхилә Ғиззәт ҡыҙын ошондай награда алыуы менәнауыл халҡы исеменән ихлас ҡотлайбыҙ. Тормош иптәше наил Зиннур улы менән артабан да тиң-тигеҙ ғүмер итеүҙәрен, балаларының, туғандарының шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Ә инде Ватаныбыҙ азатлығы өсөн көрәшкән Илдустың ғаиләһенә имен-һау ҡайтыуын көтөп ҡалабыҙ.
Көнһылыу АЗАМАТОВА,
Беренсе Этҡол ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе.