+21 °С
Болотло
Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияһында һәләк булған ете яугирҙең балаһы быйыл беренсе класҡа барасаҡ. Уларға мәктәпкә йыйынырға ярҙам итеү маҡсатында, хәрби бәрелештә ҡатнашыусылар һәм ветерандар үҙәге махсус акция иғлан итте. Уға ярашлы, кемдең теләге һәм мөмкинселеге бар, ярҙамды түбәндәге адрес буйынса тапшырыуығыҙҙы һорайбыҙ: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 17-се йорт. Баймаҡ районының “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы бынан тыш атайҙары хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан тағы ла өс балаға махсус бүләк әҙерләй.