Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Август 2025, 11:46

Хәрби хәбәрселәр осрашты

“Армия мәҙәниәте көндәре” сиктәрендә махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән хәбәрселәрҙең медиа йыйыны үтте. Уны Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторҙо. Сарала “Звезда” телеканалының билдәле алып барыусыһы, “Еңеү” полководецтар иҫтәлеге фонды ағзаһы, “Еңеүселәр вариҫтары” мәҙәни-тарихи хәтерҙе һаҡлау фонды президенты Ирина Лосик ҡатнашты.

- Хәрби журналистика - ул һәр ҡоралдан көслөрәк булған йомшаҡ көс. Коллегалар араһында алдынғы һыҙыҡта булғандар ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында һәләк булғандар ҙа бар, - тине ул.

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев махсус хәрби операция башланғандан алып хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә даими командировкаларға сығып, республикабыҙ халҡы өсөн дөрөҫлөктө табыусы журналистар пулы барлыҡҡа килде, тип белдерҙе. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса илдә хәрби хәбәрселәр тураһында закон ҡабул иткән тәүге төбәк.

Бөгөн алғы һыҙыҡта командировкала булған дүрт журналист онлайн-бәйләнешкә сығып, үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙы. Башҡортостан юлдаш телеканалы журналистары Азат Саҙрыев һәм Айнур Кәбиров видеоэлемтә аша бәйләнешкә сыҡты. Ә инде “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов менән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков мөмкинлектәре видеояҙма аша сәләмдәрен еткерҙе.

Осрашыуҙа махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала булған, шулай уҡ гуманитар ярҙам менән барған, уны ойоштороу менән даими шөғөлләнгән журналистар ҡатнашты. Шул иҫәптән мин “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе һәм Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмө етәксеһе булараҡ та саҡырыу алған инем. Районда яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса алып барылған саралар тураһында мәғлүмәт бирҙем. Коллегаларым беҙҙең эшкә юғары баһа ҡуйып, район ирекмәндәренә рәхмәт һүҙҙәрен тапшырыуҙы һораны.

Хәрби хәбәрселәр осрашты
Хәрби хәбәрселәр осрашты
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас