

Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Өфөлә Көньяҡ хәрби округының йыр Һәм бейеү ансамбленең «Рубиновая звезда» фронт ижади бригадаһы сығыш яһаны. Артистар һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә концерт бирҙе.
Коллективта дүрт кеше-яҡташтарыбыҙ, шул иҫәптән солист Замир Йәнтүрин - беҙҙең Баймаҡ районынан. Хәрби хәрәкәттәр зонаһына оҙатылған ваҡытта Замир башҡа ир-егеттәр менән бергә автобуста «Шайморатов генерал»йырын йырлағанын барығыҙ ҙа иҫләйҙер. Был видеоға эләгә. Видео социаль селтәрҙәргә эләгеп, 30 миллиондан ашыу ҡарау йыя. Профессиональ артисты командирҙар фронт бригадаһына күсерергә ҡарар итә. Фронт бригадаһы етәксеһе Игорь Марченко һүҙҙәренсә, улар ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, блиндаждарҙа, госпиталдәрҙә, вертолет майҙансыҡтарында яугирҙәребеҙ һәр саҡ ихлас тыңлай.