Шүлкә ауылы оло ҡайғыла,
Ҡарағайҙар башын эйгәндәр.
Әйтерһең дә,йөк-200 менән,
Рөстәм ҡайтасағын белгәндәр...
Тыуған ауылына һалдат ҡайта,
Үҙ аяғы менән түгел,табутта...
Ҡарағайҙар,ғорур ҡарағайҙар,
Мәңгелек дан йырлай һалдатҡа.
Бесән сапҡан туғайҙары ҡалды,
Уйнап ҡына үҫкән урамы...
Ах был һуғыш..
Ах,ҡәһәрле һуғыш,
Һуғыш һуң ҡорбанһыҙ буламы?
Һалдат ҡайта...
Тыуған тупрағына,
Мәңгелеккә башын һалырға...
Бындайын да оло юғалтыуға,
Нисек итеп сабыр ҡалырға?...
Апайыма сабырлыҡтар бирсе,
Бала ҡайғылары бик ауыр...
Өмөтөнән яҙған апай ғынам,
Йәшәү көсөн ҡайҙарҙан алыр? Эй,Хоҙайым,мәрхәмәтле булсы,
Көс-ҡөҙрәтте һинән алабыҙ...
Һуғыш бөтһөн ине тиҙерәк тип,
Теләк теләп,доға ҡылабыҙ.
Ҡарағайҙар иле-Шүлкә ауылы,
Бөгөн улы менән хушлаша...
Мәңгелек йыр йырлап һалдатҡа,
Ғорур ҡарағайҙар шаулаша...
Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын,яугир,
Йәнкәйҙәрең ожмах түрендә.
Күңелдәрҙә мәңге һаҡланырһың,
Онота алмаҫ һине бер кем дә.
Фәнилә Йәндәүләтова.