

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең телеграм-каналында «баҫылмағандан»тигән яҙмалары менән уртаҡлашты. Ул үҙенең тыуған төйәгендә-Баймаҡ районының Крепостной Йылайыр ауылында булды. - Әсәйем менән атайым тап шунда тыуған. Урал Аръяғына эш сәфәре ваҡытында килеп етеүемә шатмын", - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Уның һүҙҙәренсә, был бәләкәй, әммә ғәҙәттән тыш матур ауыл. Бында бөтә кәрәкле нәмә бар: фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, фермер хужалыҡтары һәм яҡшы мобиль элемтә.
"Был үҙгәрештәр халыҡты ҡыуандыра, әммә уңайлыраҡ тормош һәм йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн дәүләт яғынан өҫтәмә көс һәм ярҙам талап ителә, — тип билдәләне премьер-министр. - Йәш кешеләр ауылда ҡалһын өсөн шарттар булдырырға тырышасаҡбыҙ