

Ҡазанда шашка буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты тамамланды, Унда Баймаҡтан йәш спортсылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусылары, Хәсәнова Самира һәм Ишкилдин Азамат шашка буйынса турнирҙарҙа Башҡортостан Республикаһы исеменән намыҫ менән сығыш яһаны. Уларҙы әҙерләү менән Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәге тренеры Зөбәйеров Зөлфәр Абдулла улы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһының мәғариф отличнигы шөғөлләнә. Самира Хәсәнова 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында тиҙ программала бронза миҙал яулап, ҙур уңышҡа өлгәште. Ишкилдин Азамат, шулай уҡ үҫмерҙәр араһында ошо уҡ йәш төркөмөндә дүртенсе урын алып, иҫ киткес уйын күрһәтә. Ике спортсы ла үҙҙәренең юғары кимәлен раҫлай, йәшен программаһында иң көслө алтылыҡ иҫәбенә инә. Афарин, балалар!