

“Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән журналист Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 63 йыл тулыуы айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләүсе “Игебай мәктәбе” балалар ижади клубы үҫмерҙәр араһында Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсына йомғаҡлау сараһы үтте. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар, Мәскәү ҡалаһынан Юлай Мәҡсүтовтың һеңлеһе Альмира Хөрмәт ҡыҙы тормош иптәше Флорид Кәрим улы менән, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина, билдәле журналистар Лилиә Ғәниева, Гөлсәриә Әбилева, китапханасылар, уҡытыусылар, конкурста ҡатнашҡан балалар булды.
Конкурсҡа 18 уҡыусынан илһөйәрлек темаһына яҙылған мәҡәләләр килде. “Һаҡмар” гәзитенең махсус призына 2-се класс уҡыусыһы Эмилиә Әхмәтова лайыҡ булды.
Район китапханаһында үткән күңелдәргә үтеп инерлек сара тураһында “Һаҡмар” гәзитендә уҡығыҙ.