

Баймаҡта Рәсәй флагы һәм Армия мәҙәниәте көндәренә арналған ҙур сара
Ҡаланың үҙәк майҙанындағы сағыу байрам барыһының иғтибарын йәлеп итте. Төрлө ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре илебеҙҙең байраҡтарын тотоп, майҙанға йыйылды. Бында уларҙы илһөйәрлек рухы менән һуғарылған бай йөкмәткеле концерт менән һөйөндөрҙөләр. Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары, сәнғәт мәктәбе коллективы, урындағы ансамблдәр, һәүәҫкәрҙәрҙең сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.
Бай йөкмәткеле күргәҙмәләр эшләне. Айырыуса балаларҙың махсус хәрби операция, Еңеүҙең 80 йыллығына арналған һүрәттәре тетрәндерҙе. Ҡыҙҙар һәм малайҙар тыныс күк йөҙөнөң ҡәҙерен дә, яугирҙәребеҙҙең тиңһеҙ батырлығын да, уларҙы оло сабырлыҡ менән көткән әсәлерҙең дә кисерештәрен бирә алған. Район китапханаһы дәүләт символикаһы тураһында гәзит-журналдар, патриотик темалағы әҙәбиәттән бай күргәҙмә әҙерләгән ине.
Әлбиттә, кескәйҙәргә лә был мөһим байрамдың әһәмиәтен еткереү кәрәк ине. Шуға күрә балалар өсөн төрлө уйындар үткәрелде, илебеҙ тарихына, байрағына ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Ирекмәндәр таратҡан байраҡ төҫтәрендә эшләнгән таҫманы ла һәр кем ҡәҙерләп түшенә ҡаҙаны.
Рәсәй флагына арналған байрам йыр-бейеү менән дауам итә. Ә кискеһен йәштәрҙе күңелле дискотека көтә.