+21 °С
Болотло
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Мерәҫ ауыл биләмәһе халҡы яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында округтар араһында художестволы смотр конкурсы ойошторғайны. Ун бер округ аҙна һайын концерт ҡуйып, унан килгән сумманы туплап барҙы. Һуңынан ауыл халҡы 101104 һум аҡсаны Баймаҡ районының “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмөнә тапшырҙы. Һөҙөмтәлә ул суммаға яугирҙәргә машина алынды. Техник яҡтан тикшереү уҙғарып, талап ителгән төҫкә буяп, документтарын тәртипкә килтереп, ул машина кисә фронтҡа юл алды. Был техниканың яугирҙәргә оҙаҡ хеҙмәтен итеүен теләйбеҙ. Ә инде Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдары халҡына яугирҙәргә ҡарата булған хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Берҙәм көс менән Еңеүгә табан бергә булайыҡ!