+21 °С
Болотло
Сочиҙа һатып алынған чачаны эскәндән һуң күреү һәләтен юғалтҡан яҡташыбыҙ дауаханала вафат булған. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пациент 10 августа яҡты донъя менән хушлашҡан.
Адлерҙың «Базар» баҙарында һатылған чача менән ағыуланыуға метил спирты сәбәпсе булыуы ихтимал. Тартып алынған алкоголь продукцияһында метанол табылған. Әлеге ваҡытта 10 кешенең чача эсеп вафат булыуы билдәле. Адлер баҙарында өй шарттарында яһалған шарап һәм чача һатҡан ике ҡатын ҡулға алынған.
Төрлө ерҙәрҙә ял иткәндә һаҡланыу саралары тураһында онотмағыҙ! Шикле продукциянан баш тартығыҙ!