

Ҡаһармандар дәүере
“Атай, мин дә Максим ағай кеүек офицер булам!”
Яҡташыбыҙ, Рязань училищеһында десантсыларҙы әҙерләгән Рәдиф Хәмзин “Патриот” паркындағы сарала
Рәсәйҙең һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуға 95 йыл тулыу уңайынан Шишмә районының “Патриот” паркында үткән сарала 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Максим Серафимов исемендәге хәрби-патриотик парк өсөнсө тапҡыр десантсыларҙың төп байрам майҙансығына әүерелде.
Максим Серафимов – Өфө егете. Үҙен хәрби тормошҡа арнай, Рязань Һауа-десант ғәскәре училищеһын тик яҡшы билдәләр менән тамамлап, разведкала эшләй. Башҡорт, инглиз, француз телдәрендә үҙ телендәй һөйләшә. Училищенан һуң Псков Жуков орденлы 2-се айырым гвардия махсус тәғәйенләнеш бригадаһында хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция башланған йылды 27 февралдә разведчиктар Харьковта нацистарҙың уты аҫтына эләгә. Әммә улар алдына ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәй. Нацистар разведчиктарҙың юлын ауыр техника менән ҡаплай. Командирҙары һәләк булғас, 27 йәштәге Максим командованиены үҙ өҫтөнә ала. Псков төркөмө өс тиҫтәнән ашыу боевиктарҙы, дошмандың техникаһын юҡ итеп, ун сәғәттән ашыу алған позицияны тота. Максим яралана, әммә командалыҡ итеүен дауам итә. Яндарына граната килеп төшкәс, ул янындағы разведчикты ситкә алып ташлай, үҙе шартлатҡысты тәне менән ҡаплап, иптәштәрен ҡотҡара. Тиңһеҙ батырлығы өсөн яҡташыбыҙға Президент Указы менән Рәсәй Геройы исеме бирелде.
“Патриотта” йыйылған ир-егеттәр “Геройҙар уҙышында” ҡатнашты, эҙәрмән отрядтары күргәҙмәләрен ҡараны, парашют селтәрҙәре һәм беләҙектәр үреү, авиамоделдәр эшләү, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә булды. Махсус операцияла ҡатнашыусыларға айырыуса ҙур иғтибар бүленде, улар өсөн “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика бүлексәһе һәм МХО ветерандары ассоциацияһының консультация өҫтәлдәре эшләне.
“Төрлө йылдарҙа беҙҙән 100 меңгә яҡын кеше һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Был илдең терәге, һуғышҡа һәләтле ғәскәрҙәрҙең береһе. Минеңсә, байрам яҡшы үтте, десантсылар балалары, ғаиләләре менән килә. Сараны киләһе йылда ла үткәреү тураһында уйларға кәрәк”,— тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың дуҫы һәм хеҙмәттәше, Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһы хеҙмәтенең өлкән офицеры, Баймаҡ районы егете Рәдиф Хәмзин “Патриот” паркында Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты.
- “Патриот” паркында мин тәүге тапҡыр. Майҙанды, полигонды, техниканы һоҡланып ҡараным. Хәрби әҙерлек буйынса дәрестәр үтәсәк, илһөйәр йәштәр үҫтереү өсөн ошондай урын булыуына бик шатмын. Ә иң мөһиме — бында улар геройҙарҙы һәм республика, ил мәнфәғәте өсөн күп эштәр башҡарған кешеләрҙе күрә, аралаша аласаҡ. Мин бөгөн Максим Серафимов уҡыған Рязань училищеһында уҡытам һәм беҙ шунда күскәс, ун йәшлек улым минең менән училищены барып ҡараны. Максим Серафимовтың портретын һәм мемориаль таҡтаташын күреп: “Был беҙҙең Максим ағайыбыҙ! Атай, мин дә офицер булырға теләйем”,-тине.
Уның был һүҙҙәре минең йөрәгемә үтеп инде, мин шундай ғорурлыҡ тойҙом! Үҙебеҙҙең училищела йәштәрҙе генә түгел, ә Рәсәйҙең киләсәген тәрбиәләргә тырышабыҙ, Улар – Һауа-десант ғәскәрҙәренең һәм спецназдың буласаҡ офицерҙары. Батырлыҡ дәрестәрен беҙҙең Геройҙарыбыҙ, Максим Серафимов миҫалында үткәрәбеҙ. Сөнки бөгөн төп бурыс – үҫеп килгән быуынға донъяға дөрөҫ ҡараш биреү. Балалар һүрәттәрҙә генә түгел, ә күкрәктәрендә хәрби орден-миҙалдар таҡҡан ысын батыр десантсыларҙы күргәс, ғүмер буйы уларҙы үҙенең күңелендә һаҡлаясаҡ һәм өлгө итеп күрәсәк. Башҡортостанда Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн ошолай ҙурлап, ихлас йылылыҡ менән үткәргәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйткем килә. Бындай байрамдар көслө тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, -тип һөйләп үтте ул.
Ир-егеттең төп һәм изге бурысы – Ватанды һаҡлау. Бөгөн беҙ Тыуған иле өсөн йәнен аямаған билдәле һәм билдәһеҙ батыр яугирҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.