Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Август 2025, 06:00

“Был тормошта һәр кемдең үҙ дистанцияһы бар”

...1972 йылдың көҙөндә Өфө тирәһендә ҡар булмау сәбәпле, беҙҙе тренировка өсөн Белорет ҡалаһына ебәрҙеләр. Кискеһен трамвайға ултырып вокзалға киттек. Минең рюкзак ниңәлер үҙемә ауырыраҡ һымаҡ тойолдо. Шулай ҙа уға иғтибар итмәнем. Барып урынлашҡас та рюкзакты асып ебәрһәм, унда 8 килограмлыҡ гантель ята икән. Бер кем дә өндәшмәне. Уны миңә кире алып ҡайтырға тура килде. Александр Адольфович аҙаҡтан: “Белоретта гантель менән йүгерҙеңме?” - тип йылмайҙы ла артабан иғтибарлыраҡ булырға кәрәклеген иҫкәртте...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Баймаҡтарға Әхәт Байсуриндың көслө спортсы һәм саңғысы булыуы яҡшы таныш. Ниндәй генә етәксе урындарҙа эшләмәһен, сәләмәт тормош алып барыуҙы бер ваҡытта ла туҡтатҡаны булманы. Эш һәм спорт уның өсөн гел беренсе урында булды. Физкультурниктар көнө уңайынан Әхәт Һиҙиәт улы менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

  • Әхәт Һиҙиәт улы, спорт менән дуҫлыҡ ҡасан башланды?

- Бала сағымдан. 1953 йылдың 23 мартында Байым ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Урындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, артабан белем алыуҙы Икенсе Этҡол мәктәбендә дауам иттем. Ике ауыл араһы бер-береһенән биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Беҙ, Байым ауылы уҡыусылары, көн дә ун саҡрым аралыҡты йәйәү йәки велосипедта, ә ҡышҡыһын саңғыла үтә инек. Шул ваҡыттарҙа уҡ миндә саңғы менән бәйләнеш тыуҙы.

- Тағы ла ниндәй спорт төрҙәре оҡшай?

- Волейбол, футбол уйындарын яратам. Шулай уҡ сәйәхәт итеү ҙә. Икенсе Этҡол мәктәбендә уҡыған саҡта туризм буйынса төҙөлгән йыйылма командаға алғайнылар. Ул ваҡытта ҙур ғорурлыҡ менән “Турист СССР” тигән значокты тағып йөрөнөк. Уҡытыусыбыҙ Зәкиә Ҡотлоғужина етәкселегендә өс йыл рәттән беҙҙең туристар командаһы районда беренсе урынды алды. 1967 йылда республика конкурсында Баймаҡ районы исеменән ҡатнаштыҡ һәм һигеҙ йыллыҡ мәктәптәр араһынан илле өс команданан ун беренсе урынды яуланыҡ. Төрлө маршруттарҙы еңел үтеп, палатканы ун һигеҙ секундта ҡороп ултырттыҡ. Судьяларҙың шуға ныҡ ғәжәпләнеүе иҫтә ҡалған.

1968 йылда Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатының 9-сы класына уҡырға индем. Унда көн режимының һәр минуты яҙылған һәм уны үтәү мотлаҡ. Тәртип, уҡыуға ынтылыш, һәр уҡыусының талантын асыу мәктәптең беренсел бурысы булды. Миңә, ауылда иркенлеккә өйрәнгән кешегә, күнегеп китеү еңелдән булманы. Иртәнге гимнастика, үҙ аллы йүгереү, стадионда футбол уйнау көн дә була торғайны. 1969 йылдың март айында Өфө ҡалаһының 5-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Владимир Пестряков үҙенең төркөмөнә саҡырҙы. Ҡыуанып ризалаштым. Артабан ошо мәктәп исеменән төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаштым. Яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәтеүгә өлгәштем. Саңғы ярыштарында өлкәндәр өсөн ҡаралған беренсе разряд нормаһын үтәнем.

  • Юғары белемде ҡайҙа алдығыҙ?

- Беҙҙең мәктәп-интернаттың сығарылыш уҡыусыларына республика һәм Бөтә Союздың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә булдырылғайны. Ә мин бары тик Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә, тигән маҡсат менән йәшәй инем. Сөнки ун бер баланың дүртенсеһе булып ғаиләлә тыуып үҫкәнмен. Үҙемдең алдағы тормошомдо туғандарһыҙ, ауылһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай инем. 1970 йылдың мартында Өфө буйынса уҙған саңғы ярышында минең эргәгә шул институттың тренеры Павел Малухин килеп, әгәр үҙҙәренә уҡырға инһәм, үҙенә, йәки А.А. Книсс ҡарамағындағы спорт командаһында шөғөлләнергә саҡырҙы. Шулай килеп сыҡты ла. 1970 йылда институттың төрлө факультеттарына егерме бер саңғысы килгән булған. Тора-бара уларҙың бер өлөшө спортты ташланы. Сөнки талаптар ҡаты ине. Уҡыуыңды ла алып барырға, аҙнаһына биш тапҡыр спорт буйынса күнекмәләрҙе лә ҡалдырмай йөрөргә кәрәк ине. Йылына 28-34 ярышта ҡатнаша торғайныҡ. Уларҙа гел призлы урындар, күбеһенсә беренселекте ала торғайным.

Октябрьский ҡалаһында үткән республика ярышы ныҡ иҫтә ҡалған. Саңғы дистанцияһы 50 саҡрым ине. Мин беренсе номер булып ҡуҙғалып киттем һәм ваҡыт буйынса етенсе булып финишҡа килеп еттем. Баҡтиһәң, мин тик спорт мастерҙарынан ғына артта ҡалғанмын икән, хатта берәүһен ваҡыт буйынса уҙып та киткән булғанмын.

- Институтты тамамлағас, артабан хеҙмәт юлын ҡайҙа һәм кем булып башланығыҙ?

- Беҙҙең райондың “Урал” колхозында баш иҡтисадсы булып хеҙмәт юлын башланым. Тыуған яғыма ҡайттым, тип әйтергә лә була. Бында йәмәғәт эше менән дә шөғөлләнергә тура килде. Колхоздың профсоюз комитеты рәйесе, комсомол комитеты ағзаһы, иҡтисади уҡыуҙарҙы пропагандалаусы итеп ҡуйҙылар. Ғөмүмән, ҡырҡ дүрт йыл хеҙмәт стажы эсендә миңә үҙебеҙҙең районда төрлө эштәрҙе башҡарырға тура килде. Шул иҫәптән ун һигеҙ йыл да туғыҙ ай муниципаль хеҙмәттә булдым.

Һәр тәғәйенләнгән эш урынында инициатива, дәрт менән, коллективҡа таянып эшләргә тырыштым. Уның һөҙөмтәһе булып, республика, район хакимиәте, башҡа учреждениеларҙан алынған наградалар тора.

- Әхәт Һиҙиәт улы, ҡайҙа, кем генә булып эшләмәүегеҙгә ҡарамаҫтан, спортты ташламағанһығыҙ...

- Эйе, эш һәм спорт минең өсөн һәр ваҡыт беренсе планда булды. Районда үткән төрлө кимәлдәге ярыштарҙа гел призлы урындар алдым. Свердловск ҡалаһында уҡыған саҡта Юғары партмәктәп саңғы буйынса ярыш ойошторғайны. Унда чемпион булып танылдым.

- Саңғы ярышы буйынса ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәштегеҙ?

- 1970, 1971, 1972 йылдарҙа Өфө ҡалаһында уҙған үҫмерҙәр араһындағы ярышта 5, 10, 30 саҡрымға тиклемге аралыҡтарға йүгереп беренсе урындарҙы яуланым. 1974 йылда Урал һәм Волга буйы зонаһы буйынса 15 километрға тиклем булған ярышта ир-егеттәр араһынан чемпион булып танылдым. 1975 йылда СССС ауыл хужалығы юғары йорттары студенттарының XII Бөтә Союз ярыштарында эстафетала беҙҙең команда икенсе урынды алды. Был да ҙур еңеү ине.

1983, 2008, 2009, 2024 йылдарҙа районда ойошторолған саңғы ярыштарында беренсе урынды яуланым. 2013 һәм 2022 йылдарҙа “Рәсәй саңғы юлы” турнирында чемпион булып танылдым. 2023 йылда Сибайҙа һәм Баймаҡта, 2024 йылда Әбйәлилдә уҙған ярыштарҙа ла шундай юғары исемгә лайыҡ булдым. Быларҙан тыш, 2022 йылда КПРФ-тың Башҡорт рескомы ойошторған ярышта ла беренсе булып финиш һыҙығын үтеп, чемпион исемен алдым.

- Иң иҫтә ҡалған турнир ниндәй булды?

- Үҙемдең 70 йәшем тулған йылда, 2023 йылда Магнитогорск ҡалаһында уҙған егерме ике саҡрымлыҡ ярты марафонды саңғыла йүгереп үттем. Шуның менән ГТО-ның алтын значогына лайыҡ булдым.

- Тренерҙарығыҙҙың онотолмаҫ кәңәштәре бармы?

- Саңғысылар командаһы үҙ-ара татыу һәм дуҫ булды. Тренировка ваҡыттарында яңы килгәндәр ҙә, спорт мастерҙары ла А.Книстың әйткәнен тыңлай торғайны һәм тулыһынса уға буйһондо.

Шундай ваҡиға иҫтә ҡалған: беренсе курста уҡыған саҡта юғарыраҡ курста уҡыған саңғысы Ғәмир Әхмәтғәли улы Хәбиров мине эҙләп тапты, уҡыуым тураһында һорашты, башҡа студенттарҙың миңә булған ҡарашы тураһында ҡыҙыҡһынды. Баҡтиһәң, тренерыбыҙ Александр Книсс мине шефлыҡҡа алырға ҡушҡан икән. Кәрәк була ҡалһа ярҙам итергә әйткән. Бының менән Александр Адольфович үҙ командаһындағы саңғысыларҙы шулай һәр яҡлап ҡурсаларға тырышҡанлығы аңлашыла

1972 йылдың көҙөндә Өфө тирәһендә ҡар булмау сәбәпле, беҙҙе тренировка өсөн Белорет ҡалаһына ебәрҙеләр. Кискеһен трамвайға ултырып вокзалға киттек. Минең рюкзак ниңәлер үҙемә ауырыраҡ һымаҡ тойолдо. Шулай ҙа уға иғтибар итмәнем. Барып урынлашҡас та рюкзакты асып ебәрһәм, унда 8 килограмлыҡ гантель ята икән. Бер кем дә өндәшмәне. Уны миңә кире алып ҡайтырға тура килде. Александр Адольфович аҙаҡтан: “Белоретта гантель менән йүгерҙеңме?” - тип йылмайҙы ла артабан иғтибарлыраҡ булырға кәрәклеген иҫкәртте.

1972 йылда Кемерово ҡалаһында ярышҡа барҙыҡ. Сисенеү бүлмәһендә минең кәпәсем юғалды. Бер үҙем кәпәсһеҙ йөрөйөм бит инде. Шунан командам миңә яңыһын һатып алыу өсөн аҡса йыйып бирҙе. Дуҫым Рәшит Юнысов әйтеүенсә, улар 34 һум йыйғған булған. Һуңынан Рәшит менән шул аҡсаға баҙарға барып, матур ғына кәпәс һатып алдым. Яраттым мин уны. Уҡыу бөткәнсе кейеп йөрөнөм. Шундай көслө, бер-беребеҙгә туғандар кеүек булып бөткән командама, тренерыбыҙ Александр Книсҡа әле булһа күңелемдә йылы тойғолар йәшәй.

Тағы ла шул иҫкә төшә: уҡыған саҡта Александр Адольфович үҙе лә беҙҙең менән ҡуша йүгерә торғайны, ә бишенсе курста ул үҙенең фотоһына автограф ҡуйып бүләк итте. Уның артына: “Друг, товарищ, тренер – Человек” тип яҙып ҡуйҙым. Был һүҙҙәр минең уға ҡарата булған мөнәсәбәтемде сағылдыра ине.

1974 йылдың мартында Мурманск өлкәһенең Мончегорск ҡалаһында “Олимпиада өмөтө” призына СССР беренселеге уҙҙы. Саңғы юлы стандарт булмаған типта ине. Бөтәһе 1951, 1952, 1953 һәм 1954 йылдарҙа тыуған 300 йәш спортсы йыйылды. Союздаш республикаларҙан да килгәндәр ине. Ярыш өс төрлө һынауҙан торҙо: тауҙан тиҙ шыуып төшөү, 15 км һәм 30 км йүгереү. 30 саҡрымға йүгергәндә - ун етенсе, тауҙан шыуып төшкәндә ун икенсе урынды алдым. Һөҙөмтәлә мине СССР-ҙың “Урожай” спорт клубының йыйылма командаһына кандидат итеп алдылар. Уҡыуҙы ташлап, тик спорт менән генә шөғөлләнергә тәҡдим иттеләр. Ләкин Александр Адольфович миңә ул ваҡытта дөрөҫ кәңәш бирҙе: “Беҙ ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләйбеҙ, ә спортсылар түгел. Әүҙем спорт менән шөғөлләнеү ошондай йәш, студент ваҡытында ғына мөмкин. Ә һеҙҙе ауылдарҙа, производствола көтәләр. Ректораттан һине уҡыуҙан азат иттереү ауыр буласаҡ”.

Был һүҙҙәрҙән һуң Александр Адольфовичтың фәлсәфәһен яҡшыраҡ аңланым һәм уның дөрөҫлөгөнә ышандым. Эйе, был тормошта һәр кемдең үҙ дистанцияһы бар һәм һәр кем уны лайыҡлы үтергә тейеш.

- Әхәт Һиҙиәт улы, эште һәм спортты берҙәй яратып, юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүегеҙ һоҡланыу тыуҙыра. Күптәргә өлгө булып тораһығыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Редакциянан: Әхәт Байсурин үҙенә ҡуйылған һәр эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, үҙенә һәм башҡаларға ла талапсан булған ниндәй генә өлкәлә эшләмәһен фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән оло шәхес. Шуның өсөн дә уны береһенән-береһе яуаплыраҡ вазифаға тәғәйенләйҙәр. Баймаҡ ВЛКСМ-ының район комитетына беренсе секретарь, ә ике йылдан һуң КПСС райкомының партия ойоштороу бүлегенә мөдир итеп күсерәләр. Артабан уны ике йыллыҡ Свердловск Юғары партия мәктәбенә ебәрәләр. Унан ҡайтҡас, “Ирәндек” совхозына партком секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңынан КПСС-тың район комитетының беренсе секретары итеп һайлайҙар. Артабан район Советы рәйесе булып эшләй. 1991 йылдың сентябренән Һаҡлыҡ банкының Баймаҡ бүлексәһендә идарасы, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары, “Россельхозбанк” офисының Баймаҡ бүлексәһе идарасыһы, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы етәксеһе булып эшләй. Ошо дәүерҙә ул эшләгән һәм спорт ярышы буйынса ла күп кенә Рәхмәт хаттары, Почет грамоталарына лайыҡ була. “Хеҙмәт ветераны”, икенсе класлы “Төп дәүләт советнигы”, БР-ҙың “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, “Физик культура, спорт һәм туризм” министрлығына - 85 йыл”, “Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына – 100 йыл”, “Ленин комсомолына - 100 йыл”, “Тау геологик хеҙмәтенә - 300 йыл” миҙалдары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, БР Ауыл хужалығы министрлығының, БР Архив эштәре идаралығының, БР Йәмәғәт палатаһының, “Россельхозбанк”йәмғиәтенең Почет грамоталары ла бар. Шулай уҡ “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” билдәһе, район хакимиәтенең һәм ВЛКСМ-дың Үҙәк һәм Өлкә комитеттарының Почет грамоталары тапшырыла. Хеҙмәте менән коллективының, халыҡ араһында абруй яулаған Әхәт Һиҙиәт улының бөгөн дә сәләмәт тормош алып барыуы, спорт менән шөғөлләнеүҙе дауам итеүе ҡыуандыра. Рух ныҡлығы, аныҡ ҡараш һәм маҡсат менән йәшәгән Баймаҡ районының арҙаҡлы улына афарин, тиергә генә ҡала.

“Был тормошта һәр кемдең үҙ дистанцияһы бар”
“Был тормошта һәр кемдең үҙ дистанцияһы бар”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас