Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Август 2025, 03:25

Яугирҙәр Баймаҡ урамдары буйлап уҙҙы

Баймаҡ районының «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө яңы ойошторолған 25-се армияла хеҙмәт иткән яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙатты. Дөрөҫөрәге, «Акула» позывнойлы яҡташ егетебеҙ яуҙаштары менән тыуған яҡтарына ҡайтты. Уларҙы «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе етәксеһе Рәмис Әмиров, уның әүҙем ағзалары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры Ринат Сабаев ҡала ҡапҡаһынан уҡ ҡаршы алды. 

Баймаҡ буйлап яугирҙәр үтте

Баймаҡ районының «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө яңы ойошторолған 25-се армияла хеҙмәт иткән яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙатты. Дөрөҫөрәге, «Акула» позывнойлы яҡташ егетебеҙ яуҙаштары менән тыуған яҡтарына ҡайтты. Уларҙы «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһының Баймаҡ бүлексәһе етәксеһе Рәмис Әмиров, уның әүҙем ағзалары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры Ринат Сабаев ҡала ҡапҡаһынан уҡ ҡаршы алды. Баймаҡ районының «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмө ике КамАЗ машинаһына гуманитар ярҙам тейәне. Улар араһында төҙөлөш материалдары, инструменттар, «Урал» машинаһына 20 тәгәрмәс, һыуытҡыс, бензобысҡылар, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары бар ине. Шулай уҡ уңған хужабикәләр яугирҙәргә өй ризыҡтары ла әҙерләгән ине: сөсө икмәк, талҡан, шыйыҡ ҡорот, кипкән ҡорот... Яугирҙәр менән осрашыу тәмле сәй табыны артында барҙы. Таулыҡай һәм Темәс ауылдарының уңған ҡатын-ҡыҙҙары улар өсөн һый-хөрмәт әҙерләгән ине. Күрһәткән ярҙам өсөн яугирҙәр рәхмәттәрен белдереп, Баймаҡ урамдары буйлап, машиналарҙа сигнал биреп уҙҙы. «Гуманитарка өсөн ҙур рәхмәт, яҡташтар! Һеҙҙең беҙгә ярҙам күрһәтеүегеҙ үҙе Еңеү. Шундай ныҡлы тыл булғанда Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ», - тине «Акула». Гуманитар ярҙам тейәгән экипаждарҙа яугирҙәр шунда уҡ юлға сыҡты. «Беҙҙе унда егеттәр көтә. Һеҙҙең ярҙам унда ныҡ кәрәк», - тип аңлатты быны яугирҙәр.

Яугирҙәр Баймаҡ урамдары буйлап уҙҙы
Яугирҙәр Баймаҡ урамдары буйлап уҙҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас