Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
7 Августа 2025, 14:40

Ишмырҙала яңы медицина белгесе эш башланы

Нурзилә Әфләтүноваға уңыштар теләйбеҙ!

Ишмырҙала яңы медицина белгесе эш башланыИшмырҙала яңы медицина белгесе эш башланы
Ишмырҙала яңы медицина белгесе эш башланы

Ишмырҙа фельдшер — акушерлыҡ пунктында йәш, әммә бик перспективалы шәфҡәт туташы-Әфләтүнова Нурзилә Нурбулат ҡыҙы эшләй башланы. Сибай медицина колледжын «Шәфҡәт туташы эше» һөнәре буйынса тамамлаған Нурзилә Нурбулат ҡыҙы тәүге көндәрҙән үк эшендә ихлас энтузиазм һәм фиҙаҡәрлек күрһәтте.

Ул Ишмырҙа ауылында тыуып үҫкән. 9-сы класҡа тиклем тыуған ауылында уҡый, ә һуңынан уҡыуын Әбделкәрим ауылында дауам итә, унан һуң  колледжға килә. Ул ҡыҙ алдында хыял һөнәре өсөн ишек аса.

- Бала саҡтан уҡ үҙемде медицина хеҙмәткәре һөнәренә бағышларға теләүемде аңланым. Мине кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың һаулығын һаҡлау мөмкинлеге йәлеп итте», – ти Нурзилә Әфләтүнова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас