Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Август 2025, 12:40

Ял итеүселәр бысрата, халыҡ таҙарта

Бөгөн Иҫән ауылы халҡы Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Амур  Әминев етәкселегендә сираттағы өмәгә сыҡты

Ял итеүселәр бысрата, халыҡ таҙартаЯл итеүселәр бысрата, халыҡ таҙарта
Ял итеүселәр бысрата, халыҡ таҙарта

Бөгөн Иҫән ауылы халҡы Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Амур Зиннәтулла улы Әминев етәкселегендә сираттағы өмәгә сыҡты, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартып, ҙур эш атҡарҙы.

Аҙна һайын үткәрелгән өмәләрҙә Талҡаҫ күле янындағы биләмә, пляж буйына ҙур иғтибар бүленә. Бөгөн дә биләмәне таҙартып, йыйыштырғас, күл тирәһе матур һәм йәмле булып ҡалды.

Әйтергә кәрәк, Иҫән ауылы халҡы күл буйын таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоуға күп көс һала. Әммә бына ошо тәртипте унда ял итеүселәр боҙа, сүп-сар менән тултыра, тәбиғәтә төкөрөп ҡарай.Был ҡасанға тиклем дауам итер икән? Өмә ойоштороп, Талҡаҫ күлен һәм ауыл биләмәһен тәртипкә килтереүгә күп көс һалған Ниғәмәт ауыл ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев һәм унда ҡатнашҡан һәр кем оло маҡтауға лайыҡ! Кешенең хеҙмәтен хөрмәт итергә, тыуған тәбиғәтебеҙҙе һаҡлай белергә кәрәк!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас