Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Август 2025, 09:56

Уҡытыусы ла, әсә лә, ирекмән дә ул

...

Ҡулыңдан һөйөн, тиҙәр уның кеүек уңғандарға. Түбә ауылынан Гөлдәр Халфина тап шундай уңған, егәрле, һәр эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ул беҙҙең яҡтарҙа һирәктәр генә булышҡан шөғөл – значоктар эшләүҙе үҙ иткән. Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙының эштәре менән күптән түгел генә таныштым. Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылауҙы алыпбарырға йыйынғанда, ул бер ҡумта значок тотоп килеп ингәйне. Ә уларға тәрән мәғәнәле һүҙҙәр яҙылған, матур фотолар ҡуйылған: “Мин Баймаҡты яратам” арт-объекты төшөрөлгәне, “Мин – Баймаҡтан!”, “Үлтер улым, фашисты!” (РәшитНиғмәти һүҙҙәре) һәм башҡа төрлө яҙылғандары... Ә береһе минең өсөн бигерәк тә ҡәҙерле булып тойолдо: махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ, күп йырҙар авторы һәм башҡарыусы Артур Ғәҙелшиндың “Башҡортостан егеттәре” йырынан алынған өҙөк ине. Унда һүрәттәр төшөрөп, түбәндәге һүҙҙәр бирелгән: “...Башҡортостан егеттәре, Ирәндек бөркөттәре, Салауат тоҡомдары, Күк бүре тамғалары...” Әйтергә кәрәк, был значоктарҙы яугирҙәр шунда уҡ таратып алып бөттө. Уларҙышеврон урынына яратып тағалар. “Беҙҙе тыуған яҡ менән бәйләүсе бер билдә бит улар. Шундай ҡәҙерле, рухты күтәрерҙәй һүҙҙәр яҙылған значоктар миҙал һымаҡ. Был яҡтарҙа кейемендә “Баймаҡ”,“Мин Баймаҡтан” тигән яҙыуы булған берәй кешене күрһәк, яҡын туғаның менән осрашҡандай булаһың. Беҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән яҡташтарыбыҙға рәхмәтебеҙ ҙур”, – тип егеттәр сәләмдәрен дә еткерҙе. Ысынлап та, бөгөн дә значоктарға яугирҙәрҙән һорау ҙур. Шуны иҫәпкә  алып, уңған ханым ошо көндәрҙә “Беҙ бергә!” ирекмәндәр штабына тағы лауларҙы күп кенә итеп алып килде. Значоктар ошо арала гуманитар ылау менән оҙатыласаҡ.  Гөлдәр Халфина был шөғөл менән2022 йылда булыша башлай. Уның өсөн махсус ҡоролма һатып ала.

Значоктарға һүрәттәрҙе үҙе төшөрөп әҙерләй. Төрлө ғаилә байрамдары өсөн һорағандарға ла әҙерләп бирә. Әйтергә кәрәк, уның күңел һалып  эшләгән эштәре быйыл һабантуйҙаТүбә ауылының тирмәһен биҙәне. Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы фронтҡа ярҙам итеүселәрҙе дәртләндереү маҡсатында үткәрелгән уйынға приздар ҙа бирә. Күптән түгел ирекмәндәр араһында ул биргән стилләштерелгән селтәр, броштар, сәс ҡыҫтырғыстар уйнатылды. Был үҙе үк яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү фондын тулыландырырға булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ ылау әҙерләгән һайын татлы бәлештәр, булкалар ҙа бешереп алып килә. Гөлдәр һәм Миҙхәт Халфиндар икеһе лә мәктәптә эшләй. Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы – башланғыс кластар, ә Миҙхәт Тәлғәт улы – тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы.  Матур һәм татыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Гөлназ һәм Әхмәт яҡшы уҡыуҙары менән ата-әсәһен, уҡытыусыларын һөйөндөрә. Төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Әминәгә әле ике генә йәш. Гөлназ да әсәһенән өйрәнеп, стилләштерелгән беләҙектәр, брелоктар һәм башҡа биҙәүестәр эшләй. Әхмәт ағастан төрлө һындар эшләргә, биҙәктәр төшөрөргә ярата. – Балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең өлгөлә тәрбиәләргә тырышабыҙ, – тине Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы. – Улар ни күрә – шуны ҡабатлай. Ҡул эштәренә өйрәнеү киләсәктә үҙҙәренә кәрәк булыр әле, тип уйлайбыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор:
Читайте нас