Башҡортостан Республикаһының 245 меңдән ашыу гражданы «Дәүләт хеҙмәттәре» порталын һалым органдары менән электрон үҙ-ара эш итеү өсөн майҙансыҡ итеп һайлаған. Улар физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымдарын һәм физик шәхестәрҙең килеменә һалымды түләүгә һалым белдереүҙәрен алыу функцияһын, шулай уҡ бурысты түләү тураһында талаптарҙы порталдан ала. Физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымдарын түләү кампанияһы алдынан РФ һалым хеҙмәтенең граждандар өсөн һалым белдереүҙәрен алып буласаҡ. Шуға бәйле «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы ҡулланыусыларына һалым белдереүҙәрен алыу функцияһын ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ. Был функцияны тоташтырыу өсөн «Хеҙмәттәр»/ «Штрафтар Һалымдар»/ «Дәүләт хеҙмәттәрендә һалым белдереүҙәре алыу», «Дәүләт асҡысы»ҡушымтаһы ярҙамында квалификацияһыҙ электрон ҡултамға менән нығытылған килешеү ебәрергә кәрәк. Был ризалыҡ автоматик рәүештә Рәсәй һалым хеҙмәтенә ебәрелә.
Рәсәй ФЕДЕРАЛЬ ҺАЛЫМ ХЕҘМӘТЕНЕҢ берҙәм контакт-үҙәге телефоны номеры буйынса белергә лә мөмкин: 8-800-222-22-22.