Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Август 2025, 14:50

Яугирҙәрҙең балалары транспортта бушлай йөрөй

Ғаризаны ата-әсә, законлы вәкил йәки балиғ булған бала үҙе тапшыра ала

Быға тиклем МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн уҡыған осорҙа йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү өсөн ғаризаларҙы мәктәптәр һәм колледждар аша ҡабул итәләр ине. Хәҙер Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына йәки Күп функциялы үҙәк офистарына ғариза бирәләр. Ғаризаны ата-әсә, законлы вәкил йәки балиғ булған бала үҙе тапшыра ала. 2025 йылдың 20 авгусынан республиканың Дәүләт хеҙмәттәре порталы ла ғаризалар ҡабул итә башлай. Льгота алыу өсөн документтар исемлеге социаль ярҙам үҙәге сайтында баҫылған Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, электрон юл йөрөү билеты айына 60 тапҡыр бушлай йөрөргә хоҡуҡ бирә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас