+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +26,+31 градус.
Дүшәмбе, 4 августа, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +13,+18 градус, таулы һәм көнсығыш райондарҙа +8, көндөҙ +26, +31 градус.
Шишәмбе, 5 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, таулы һәм көнсығыш райондарҙа +8, көндөҙ +26,+31 градус.