Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Август 2025, 06:00

Баймаҡ бала табыу бүлегендә Асыҡ ишектәр көнө

Буласаҡ әсәләр сабыйҙы биләргә өйрәнде,  күнекмәләр эшләне, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды

Баймаҡ бала табыу бүлегендә Асыҡ ишектәр көнөБаймаҡ бала табыу бүлегендә Асыҡ ишектәр көнө
Баймаҡ бала табыу бүлегендә Асыҡ ишектәр көнө

Бала табыу бүлегендә  Асыҡ ишектәр көнө үтте. 

Бүлек  мөдире Ләйсән Ғайсина Һәм өлкән шәфҡәт туташы Айгөл Сирбаева етәкселегендә һәр буласаҡ әсә дауаханала ниндәй уңайлы шарттар булдырылыуын ҡараны.Ууңайлы һәм заманса шарттар ҡатындар ниндәй иғтибар менән уратып алыныуын күрһәтә.

Табиптар йөклөлөк һәм бала табыу нескәлектәрен аңлатты,  тынысландырҙы. Улар ауырлы ҡатындар өсөн һаулыҡ һәм кәйефте һаҡлау өсөн күнегеүҙәрҙе дөрөҫ эшләүҙе күрһәтте, шулай уҡ сабыйҙарҙы биләүҙе өйрәтте — сөнки был буласаҡ ата-әсәләр өсөн мөһим күнекмә!

Ә осрашыу аҙағында  буласаҡ әсәләрҙеғтатлы һәм һутлы ҡарбуз менән һыйланылар. Был көн иң күңелле хәтирәләр ҡалдырҙы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас