

31 июлдән Пенза ҡалаһында «Гвардеец-2025» округ хәрби - патриотик йыйыны башланды.
Хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүсеһе, юнармейсы, Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенең уҡыусыһы Сәйсембин Илназға Башҡортостан Республикаһы намыҫын яҡлау һәм йәш көрәшсе курсын үтергә мөмкинлек бирелде. Буласаҡ сығарылыш уҡыусыһы ныҡышмалы, тырыш. Ул класс старостаһы, математика, астрономия предметтары буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша. Синыфташтары менән ышаныслы мөнәсәбәттәр. Илназ хәҙерҙән хәрби хеҙмәткә әҙер.
«Гвардеец - 2025» округ йыйындарына Волга буйы округының бөтә төбәктәренән иң лайыҡлы егеттәр килгән. "Гвардеец – 2025" армия тормошо атмосфераһына сорналыу, яңы күнекмәләр һәм белем алыу мөмкинлеге.
«Гвардеец-2025» округ хәрби - патриотик йыйынында Башҡортостан республикаһы йыйылма командаһына уңыштар теләйбеҙ!