+24 °С
Ямғыр
Бөгөн Баймаҡ ҡалаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам итеү үҙәгендә бер төркөм ирекмәндәр яугирҙәргә былау әҙерләне. Ҡолсора, Түбәнге Иҙрис, Таулыҡай, Үрге Яйыҡбай һәм Семеновск ауылдарынан килгән ирекмәндәргә Ҡолсоранан Гүзәл Мөхәмәтҡужина оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Былауҙы Таулыҡай ауылының Хәнифә Ишалина етәкселегендә “Уңғандар” уңғандар клубы ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләп алып килгән ине. Был көндө оҫта ҡуллы ханымдар былауҙарҙы вакуум һауыттарға тултырып, ҡумталарға һалып әҙерләп ҡуйҙы. Улар ошо арала гуманитар ярҙам артынан фронт һыҙығынан ҡайтасаҡ 25-се армияла хеҙмәт иткән яҡташ-яугирҙәргә тапшырыласаҡ.