Беренсе Төркмән ауылында"ауылыма ҡайттым өмәгә" типаталған ҙур сара уҙҙы. был көндөауыл, ысынлап та, ҡырмыҫҡаиләүендәй ҡайнаны. сит тарафтарҙа йәшәгәндәр ҙә ҡайтып,өмәгә ихлас ҡушылды. ҡатынҡыҙҙар махсус хәрби операциялаҡатнашыусыларға гуманитарярҙам әҙерләү менән мәж килһә,көслө зат ауылды төҙөкләндереүменән булышты.
Ир-егеттәр, күмәк йыйылғас, ике төркөмгә бүленеп эш итте. Беренсеһе балалар майҙансығы эшләп ултыртты. Һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар уйын ҡоролмаларын буяп, уларға йәйғор төҫтәрен бирҙе. икенсе төркөм ауылдың ҡотон алып торған емерек бинаны һүтеп, уның урынын тәртипкә килтерҙе. Ошо өмәне ойоштороп, уртаһында ҡайнап йөрөгән Әмир Харрасов, Булат Әхмәтов, иршат исрафилов, Сабит Талипов, шулай уҡ техникалары менән сыҡҡан Рәис исламғолов, Хәкимйән Хөсәйеновҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа өмәгә ихлас ҡушылды. Берәүҙәр һалма йәйеп ҡырҡһа, икенселәр сөсө икмәк бешерҙе. шулай уҡ маскировка селтәре үреүселәр ҙә күп булды. Ҡайһы берәүҙәр беренсе тапҡыр ҡулына спанбонд таҫмаһы алып аптырауға ҡалды. Ләкин эргәһендәгеләр уларға оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, өйрәтеп ебәрҙе. Һуңынан улар үҙҙәре лә килеп сыҡҡанын күреп, сәмләнеп эшкә тотондо. Яралыларҙы эвакуациялау өсөн носилкалар тегеүселәр ҙә булды. Зәһүрә Ҡаһарманова етәкселегендәге мәктәп коллективы изге теләктәрен теләп, егеттәргә сәк-сәк бешерҙе. Ауылдың “ихлас” ҡул эштәре түңәрәге етәксеһе Рәғиҙә Әхмәтшина ҡарамағындағы уңған ҡыҙҙар райондың “Беҙ бергә!” ирекмәндәр төркөмөнән алынған материалдарҙан ҡырҡ толстовка текте. Сауаплы эшкә Дилара Атанғолова, Рәмзиә Хөсәйенова, Сәлимә Яҡшымбәтова, Зифа илбулова, Фирүзә Рәсүлева, Әлфиә Хөсәйенова, Айгөл Тләүҡабулова, Лилиә Кәримова, Гөлсирә илбулова, Маһинур Әминева, Дилә Ҡужина бар күңелен һалды. Был йылы кейемдәр яҡын арала алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәргә оҙатыласаҡ. Маһинур һәм Азамат Әминевтар мунсаға япраҡ әҙерләү, дарыу үләндәре йыйыу буйынса эштәрҙе ойошторҙо. Миндектәргә дарыу үләндәре ҡушып бәйләнек. шулай уҡ егеттәргә тыуған яҡтың шифалы үләндәрен – мәтрүшкә, ҡан үләне, бөтнөк, меңъяпраҡ йыйып киптерҙек. ишбикә Ыласынова, Мәймүнә Уралбаева, Рәсимә Бүләкәнова, Флүзә Талипова, Зөбәйлә Талипова, Мәймүнә Атанғолова, Сәлимә Яҡшымбәтова бишбармаҡ ҡырҡты.Ҡайһы бер уңған хужабикәләр өйҙәрендә сөсө икмәк бешереп алып килде. Гуманитар ярҙам ҡумтаһына шыйыҡ ҡорот, һары май, сәй ҙә төшөп ятты. Әйтергә кәрәк, был сараны уҙғарыу өсөн халыҡтан аҡса йыйырға тура килгәйне. Уны ойоштороуҙы, иҫәпхисап эштәрен ауылыбыҙҙың әүҙем йәмәғәтсеһе Таңһылыу Хажина үҙ өҫтөнә алды. Халыҡтан 100 мең һумға яҡын аҡса йыйылды. Зифа Баязитова, Фәнис Кәримов һәм Әмир Ризуанов сараның бағыусыһы булды. Был саранан ҡалған сумма ауыл мәнфәғәте өсөн тотоноласаҡ. Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәрҙең именлегенә ҡорбан салынды, аят бағышлап, доғалар ҡылынды. Эш һуңынан өмәселәр ҡорбан ашына йыйылды. Бында ашнаҡсылар нурия Вәлитова, Мөслимә ильясова, Гөлсирә Рахманғолова, Лилиә Кәримова, Рәсимә Әминеваға ҙур рәхмәтлебеҙ. Улар өмәселәрҙе төшкө һәм киске аш менән һыйланы. Матур сараның тантаналы өлөшө мәҙәниәт йортонда дауам итте. Уны Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова менән Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Мәзүнә Әхмәтйәнова алып барҙы. Төрлө яҡтан ҡайтҡан ауылдаштар матур концерт номерҙары бүләк итте. Хәтирәләре менән бүлешеүселәр ҙә булды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлназ Хажина өмәлә иң әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Байрамдың тантаналы өлөшөндә ауылыбыҙҙың абруйлы, ихтирамлы ғаиләләренең береһе – Рәсимә менән Әкрәм Әхмәтовтар тәрбикләнде. Улар 50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән матур пар. Рәсимә Сафа ҡыҙы – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, Әкрәм Сәмиғулла улы ауыл Советында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бөгөн улар матур ҡартлыҡ кисерә. Улдары Булат ауыл Советы депутаты, һәр эштә әүҙем ҡатнаша. Улдары Азат тормош иптәше Марина менән икеһе лә хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы. Ауылда төпләнеп, матур донъя көтәләр, балалар үҫтерәләр. Кискеһен төркмәндәр дөрләп янған усаҡ янына йыйылды. Сараны күңелле йыр-моң, ритайым дауам итте. Уны махсус ҡунаҡтар, ауылдашыбыҙ, ҡурайсы илшат ишморатов, “Бүреләр” төркөмө солисы илшат Абдуллин биҙәне. Улар ҡурай моңдары, дәртле йырҙары менән күңелле ял минуттары бүләк итте. Күптән күрешмәгән ауылдаштар йәнле аралашыуҙар менән йылы хәтирәләргә бирелде, шул уҡ ваҡыттасауаплы эш тә башҡарҙы.
Мәҙәниәт йорто яңы бешкән икмәк, ҡайын миндеге, дарыу үләндәре еҫенә күмелде. Был көндө Беренсе Төркмән ауылында йәм, ихласлыҡ, берҙәмлек хөкөм һөрҙө. Ауыл да төҙөкләндерелде, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам да йыйылды. Ситтә йәшәгәндәр ҡайтып, осрашыуға сарсаған күңелдәрен бушатып, сараны йылы хәтирәләре менән йәмләне. “Ауылыма ҡайттым өмәгә”тип аталған изге башланғыс башҡа төбәктәрҙә лә ауаздаш табыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Сарала әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Тыуған төйәгем тип, ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап, оло һәм мәртәбәле сарала ҡатнашыусыларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ!
Зәлиә Бүләкәнова,
Ғ.Сөләймәнов исемендәге музейҙың ғилми хеҙмәткәре.