Билал ауылындағы “Ҡоролтай” аллеяһына етди иғтибар бүленә. Ул тәрбиәләп тотола, яҙ һәм көҙ айҙарында өҫтәп ағастар ултыртыла. Быйыл да бында өмәләр ойошторолған, аллея ҡыйҙан таҙартылған. Был тәңгәлдә Билал ауыл биләмәһе хакимиәте, урындағы мәктәп коллективтары, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, староста һәм депутаттарҙың хеҙмәте ҙур. Шул уҡ ваҡытта яҙ ағас ултыртҡан ваҡытта Күгиҙел ауылы активы ла ҙур ярҙам күрһәткән. Айгөл Байрамғолова етәкләгән Темәс ауыл биләмәһе урындағы аллеяны тәрбиәләүҙе даими контролдә тота. Яҙ һәм көҙ миҙгелдәрендә һулыған ағастар урынына өҫтәп яңылары ултыртыла, был тәңгәлдә Темәс урмансылығы, мәктәп коллективы ла ярҙам күрһәтә. Өмәләрҙә урындағы ауыл хакимиәте коллективы, ҡоролтай ағзалары, янғын һүндереү хеҙмәтенең тырышлығын айырым билдәләп үтергә кәрәк. Күптән түгел “Ҡоролтай” аллеяһының ҡоймаларын буяу өсөн өмәгә сыҡҡандар, бында ауыл активы, ойошмалар һәм учреждениелар коллективтары ҙур тырышлыҡ күрһәткән.
Түбәнге Яйыҡбайҙа аллея ошоғаса тәрбиәле булыуы менән айырылып торҙо, был тәңгәлдә ауыл халҡының хеҙмәте ҙур. Ағастар ҙа матур булып үҫеп ултыра. Әммә быйыл аллеяға иғтибар бүленмәүе шунда уҡ күҙгә ташлана: уны ҡый үләндәре баҫҡан, үләне сабылмаған. Мәсьәләне ныҡлы контролгә алырға кәрәк бында. Таулыҡай ауылындағы “Ҡоролтай” аллеяһы районда иң яҡшыларҙың береһе һанала. Урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре даими өмәгә сығып, яҙ һәм көҙ айҙарында өҫтәп ағастар ултырта, ҡый үләндәренән таҙарта. Ауыл халҡы ла ярҙам итә. Быйыл да был тәңгәлдә күп эш атҡарылған. Әммә шул уҡ ваҡытта мәктәп коллективы был эштәрҙән ситтә ҡала... Былтырғы яҙғы ташҡын һәм йәй айҙарындағы ҡойма ямғырҙар Буранбай ауылындағы аллеяға ныҡ зыян килтерҙе һәм уны икенсе урынға күсереү талабын ҡуйҙы. Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев әйтеүенсә, быйыл аллея яңы урында төҙөләсәк. Беренсе Этҡол ауылындағы “Ҡоролтай” аллеяһының торошо насарҙан түгел. Был мәсьәлә урындағы ауыл биләмәһе тарафынан даими контролдә тотола. Өмәләр ойошторолоп, өҫтәп ағастар ултыртыла, ҡыйҙан таҙартыла. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, аллея өсөн төп яуаплылыҡ бында урындағы мәктәп коллективына йөкмәтелгән һәм ул был бурысты тейешле кимәлдә атҡара. Көҙ айҙарында өҫтәп тағы ла ағас ултырыуҙы планға алғандар. Ярат ауылындағы аллея районда иң яҡшыһы тип табылды – рейд шуны асыҡланы. Бында, әлбиттә, Альбина Байымова етәкселегендәге Ярат ауыл биләмәһе хакимиәтенең, Миләүшә Юлдашбаева етәкләгән мәктәп коллективының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһының хеҙмәте ҙур. Тап уларҙың тырышлығы менән “Ҡоролтай” аллеяһы бөгөн бөтөн талаптарға яуап бирә, ике рәт булып ултыртылған ҡарағайҙар Һаҡмар буйын йәмләп тора. Янында ғына 2018 йылда Ярат ауыл биләмәһе тарафынан төҙөлгән аллея ла ауыл күрке булып ултыра. Бына кемдәрҙән үрнәк алырға кәрәк?! Йомаш ауылындағы аллеяның ташландыҡ хәлдә булыуы ҙур борсолоу тыуҙыра. Уны ҡый үләндәре баҫҡан, араларында ике-өс ағастан башҡаһы күренмәй. Хәйер, был тәңгәлдә былтырғы яҙғы ташҡынды һәм йәйге ҡойма ямғырҙарҙы ла иҫәпкә алмау мөмкин түгел – ошо сәбәптәр арҡаһында аллеяны һыу баҫты һәм Һаҡмар йылғаһы яры емерелеп, ҡоймалар ҙа ҙур зыян күргәйне. Тимәк, аллеяны икенсе урынға күсереү кәрәктер, тигән тәҡдим тыуа. Әбделкәрим ауылында “Ҡоролтай” аллеяһын тәртиптә тотоуға етди иғтибар бүленә. Бында урындағыауыл биләмәһенең, мәктәп коллективының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы ҙур.
“Яҙ мәктәп коллективы һәм уҡыусылары ҡатнашлығында ағастар ултырттыҡ, һыу ҡойҙоҡ, – ти Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Әлфиә Мусина. – Күптән түгел өмә үткәреп, аллея һәм уның тирәяғы ҡый үләндәренән таҙартылды, ҡоймаһы буялды. Был тәңгәлдә мәктәп директоры Айгөл Булатова, мәктәп хеҙмәткәрҙәре Зинфира Аҡҡужина, Рәшит Абдулғафаров, Вазифа Мостаева, Азамат Моратов, Сәйфетдин Саникин, Гөлнур Булатова, Лиза һәм Зөлфиә Мөхәмәтйәновалар, шулайуҡ элекке уҡыусыбыҙ Хәсән Мостаев, китапханасы Гөлниә Алсынова, мәҙәни ойоштороусы Зифинә Шәйдуллина, хакимиәттең эштәр идарасыһы Гөлдәр Мурзина, һалым буйынса белгес Розалия Алсынова, имамхатип Наил Урманов ҙур эш атҡарып сыҡты, уларға рәхмәт!” Үрге Иҙрис ауылындағы “Ҡоролтай” аллеяһын, үрҙә телгә алынған ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, икенсе урынға күсереп ултыртыу мәсьәләһе өйрәнелде һәм ул ыңғай хәл ителде. Ошо көҙ Ҡолсора ауыл биләмәһендә яңы аллея барлыҡҡа киләсәк. Тағы шуныһын әйтмәү мөмкин түгел: аллеяларҙы тәртиптә тотоу, уларҙа ағастар ултыртыу ауыл биләмәһе, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары өсөн генә кәрәк булып сыға кеүек – өмәләрҙә тик улар ғына ҡатнаша. Ауылдар халҡы бындай эштәрҙән ситтә ҡала. Төбәгебеҙҙе йәшелләндереү, уны тәртиптә тотоу һәр кемебеҙҙең бурысы түгелме? Ауылдарыбыҙҙа аллеялар, йылға буйҙарында ағастар шаулапүҫеп ултырһа, насармы ни?..
Азамат МӨХӘМӘТШИН.