Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Июль 2025, 11:47

Юл-транспорт ваҡиғаһында 26 кеше йәрәхәтләнгән

Ике кешегә операция талап ителә.

Башҡортостандың Ҡыйғы районында юл һәләкәтенә тарыған туристар автобусы пассажирҙары страховкаланған. Шуға күрә улар аҡса алырға хоҡуҡлы, тип хәбәр итте Милли яуаплылыҡты страховкалаусылар союзы президенты Евгений Уфимцев.

Бының өсөн туристарға страховка компанияһына түләү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итергә һәм шәхесте раҫлаған документты, юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында белешмәне, медицина учреждениеһынан йәрәхәттәр, диагноз һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ осорон күрһәткән документтарҙы, шулай уҡ банк иҫәбе реквизиттарын күрһәтергә  кәрәк. Компенсация суммаһы алған йәрәхәттәргә бәйле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы трассаһында туристар ултырған автобус водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан. Йәмғеһе 26 кеше имгәнгән. Ике кешегә операция талап ителә.

Башинформ.

Юл-транспорт ваҡиғаһында 26 кеше йәрәхәтләнгән
Юл-транспорт ваҡиғаһында 26 кеше йәрәхәтләнгән
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас