Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Июль 2025, 14:05

Баймаҡ яугирҙәренә ярҙам барып етте

Яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән полктағы хәрбиҙәр Баймаҡ районында йәшәүселәрҙең барыһына ла ярҙам күрһәткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе

Баймаҡ яугирҙәренә ярҙам барып еттеБаймаҡ яугирҙәренә ярҙам барып етте
Баймаҡ яугирҙәренә ярҙам барып етте

32-се гуманитар конвой беҙҙең яугирҙәргә уңышлы барып етте.  Ярҙам алып барыусыларҙы 428-се полк командиры подполковник Юрий Владимирович Мороз йылы ҡаршы алды һәм төнгөлөккә урын бирҙе.

Яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән полктағы хәрбиҙәр Баймаҡ районында йәшәүселәрҙең барыһына ла ярҙам күрһәткәндәре өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе. Посылкалар уларҙың ихтыяждарына ярашлы бүленгән. Был ярҙам хәрби рухты нығытасаҡ һәм һалдаттарҙың тормошон еңеләйтәсәк, тип ышанабыҙ.

Водителдәргә һәм «һаҡлаусы Фәрештә» ирекмәндәр штабына гуманитар конвойҙы оҙатып йөрөүҙәре һәм килтереүҙәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамсыллығығыҙ һәм өлөшөгөҙ юғары баһаға лайыҡ, һеҙгә хәүефһеҙ ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Яугирҙарыбыҙға һаулыҡ, ныҡлы рух һәм тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас