

Өфөлә "Рәхәттә" фестивалендә яугирҙәргә мунса тапшырылды Яугирҙәр поход мунсаһының асҡыстарын алды.
Һалдаттар үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың артында бер нисә хәрби операция, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә. Хәрбиҙәр афған һуғышы ветерандары менән дә осраша, улар һалдаттар өсөн бүләк ителгән мунсаға имән миңдектәрк һалған.
- 2025 йыл Рәсәйҙә — Ватанды һаҡлаусылар Йылы, ә Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде. Был йүнәлештә эшләү-беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе, - тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. - Хеҙмәт, рух ҡәлғәһе, яҡлау өсөн яугирҙәргә бик рәхмәтлебеҙ. Тыуған яҡтың эҫе мунсаһы уларға тоғро хеҙмәт итһен.