Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Июль 2025, 15:20

Баймаҡта илештәр ҡунаҡта

Туғандаш райондар халҡы рәхәтләнеп аралашты, иҫтәлекле урындарҙа булды

Баймаҡта илештәр ҡунаҡтаБаймаҡта илештәр ҡунаҡта
Баймаҡта илештәр ҡунаҡта

Баймаҡ районында Илеш районының бер төркөм ветерандары булды. Район сигендә йыр һәм бейеүҙәр менән уларҙы Билал ауыл биләмәһе халҡы ҡаршы алды. Тур программаһы бик бай булды. Талҡаҫ күле  райондың иң матур урындарының береһе. Ҡунаҡтар Ирәндек һырттарының иҫ киткес күренештәренән ләззәт алды.

Баймаҡ ҡалаһында «Ирәндек»тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы булды. Был музей-ҡурсаулыҡ башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын, тәбиғи-ландшафт төрлөлөгөн һәм традицион мәҙәниәтен сағылдыра. Ветерандар төбәктең тарихы һәм мәҙәниәте тураһында күберәк белде, башҡорт халҡының тормошо һәм көнкүреше менән бәйле экспонаттарҙы күрҙе. Артабан ҡунаҡтар мемориалға сәскәләр һалды Һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас