Новости
23 Июль 2025, 09:10

Яугирҙәргә ҡорбан ите

Баймаҡ ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Бөгөн Курманай Макатова ауыл халҡы менән бергәләп йыйған сираттағы ҙур гуманитар ярҙамын алып килде.

Баймаҡ ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Бөгөн Курманай Макатова райондың “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабына ауыл халҡы менән бергә йыйған сираттағы ҙур ярҙам алып килде. Асылбек Макатов һәм Айтчан Жерлогасимов яугирҙәр һаулығына бағышлап ике ҡорбан салдырып ебәргән. Бынан тыш Урал ауылы халҡы бензобысҡы, рулоны менән пленка, газ баллондары, нәскиҙәр, ҡәһүә, консервалар, шешәләрҙә һыу һәм башҡа әйберҙәр туплап оҙатҡан. Был гуманитар ярҙам яҡын арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ. Рәхмәт, уралдар!

Яугирҙәргә ҡорбан ите
Яугирҙәргә ҡорбан ите
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас