+24 °С
Ямғыр
Үрге Иҙрис ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам итә. Аҡсалата ла, кәрәкле әйберҙәр, аш-һыу, тәмле ризыҡтар туплап, оҙаталар. Был юлы ла улар мөһим саранан ситтә ҡала алманы. Рәсимә Халиҡова етәкселегендәге ирекмәндәр ҙур гуманитар ылау менән килде. Аҙыҡ-түлек, кейем кәрәк-яраҡтары, хужалыҡ тауарҙарынан торған ҡумталар “Беҙ бергә!” ирекмәндәр штабына тапшырылды. Бынан тыш Рәсимә Әнүәр ҡыҙы медикаменттар алыу өсөн 1500 һум аҡса ла тапшырҙы. Рәхмәт, шундай ҙур ярҙамығыҙ өсөн!