+21 °С
Болотло
Күңелдәре менән изге уйҙа булған инвалидтар ойошмаһы ағзалары ла ихлас күңелдән гуманитар ярҙам тупланы. Улар яугирҙәргә аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары әҙерләне. Шулай уҡ йәйге походта булғанда үргән ҡотҡарыусы беләҙектәр ҙә ҡумталарға төшөп ятты.
Артабан да яугирҙәргә ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Баймаҡ инвалидтар ойошмаһы рәйесе Луиза Иванова. – Ҡотҡарыусы беләкҙектәр үреүҙе дауам итәбеҙ. Беҙ ҙә Еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индергебеҙ килә.
Берҙәм көс менән бары тик Еңеүгә!