Ҡолсора һәм Түбәнге Иҙрис ауылдары һәр ваҡыт ҙур теләк менән яугирҙәргә ярҙам итә. Гүзәл Мөхәмәтҡужина етәкселегендәге уңған ҡыҙҙар был юлы вакуум һауытта 60 һауыт былау әҙерләгән. Бынан тыш дымлы таҫтамалдар, ике ҡумта тиҙ әҙерләнә торған суп, тоҙланған йәшелсә, вареньелар, цекорий, шоколадтар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып килгән. Рәхмәт ҙур итеп, шундай тос ярҙам өсөн!
Бынан тыш Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы “Беҙ бергә!” ирекмәндәр штабында шулай уҡ гуманитар ярҙам алып килгән Таулыҡайҙың Хәнифә Ишалина етәкселегендәге “Уңғандар” клубы ағзалары менән тап булды. Гүзәл Мөхәмәтҡужина уларға вакуум һауыттарҙа былау әҙерләү буйынса серҙәре менән уртаҡлашты. Ошо көндәрҙә ике ауыл ирекмәндәре осрашып, оҫталыҡ дәресендә яугирҙәргә вакуумлы һауытта былау әҙерләргә килеште. Теләгәндәрҙең барыһы ла беҙгә ҡушыла ала.