+21 °С
Болотло
Аҡморон ауылының Дамира Әбилева етәкләгән ирекмәндәр төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙата. Һуңғы аҙнала ғына ла улар “Беҙ бергә” ирекмәндәр төркөмөнә өс тапҡыр ылау тапшырҙы. Улар араһында бензобысҡы, төҙөлөш инструменттары, материалдары, маскировкалау селтәрҙәре бар ине. Берҙәм көс менән әҙерләнгән “ҡоро душ”тарҙы яугирҙәр күптән инде баһалап өлгөрҙө. Аҡморон ауылының уңған ҡыҙҙары шулай уҡ изге теләктәре менән яугирҙәргә төрлө бәлештәр, булкалар ҙа бешерҙе. Афарин, аҡморондар!