Новости
19 Июль 2025, 14:30

Талҡаҫта бер ирҙе ҡотҡарғандар

Ул күлде йөҙөп сығырға була

Ул  иҫерек килеш Талкаҫ күле аша йөҙөргә ҡарар иткән, Был фажиғә менән тамамлана яҙған. Бәхеткә,  ҡотҡарыусыларҙың оператив эшмәкәрлеге арҡаһында ирҙе һыуҙан сығарып, туғандарына тапшырғандар.

  Алкоголь контролде һәм реакцияны кәметә — бындай хәлдә һыу инеү үлемесле хәүефле. Үҙегеҙҙе  хәүефкә дусар итмәгеҙ! Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙ өсөн ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас