Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Июля 2025, 05:40

Өфө кардиологтары - Баймаҡта

Кәңәшмәлә республика кардиология үҙәгенең алдынғы белгестәре: Гүзәл Ғүмәрова (амбулатор-поликлиника эше буйынса баш табип урынбаҫары), Карина Миңлеәхмәтова (табип-кардиолог), Ирина Назарова (баш шәфҡәт туташы), шулай уҡ видео бәйләнеш аша үҙәктең төп хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. 

Өфө кардиологтары - БаймаҡтаӨфө кардиологтары - Баймаҡта
Өфө кардиологтары - Баймаҡта

Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында республика кардиология үҙәге белгестәре ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үтте. Сара йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы сифатын күтәреүгә йүнәлтелде.

Кәңәшмәлә республика кардиология үҙәгенең алдынғы белгестәре: Гүзәл Ғүмәрова (амбулатор-поликлиника эше буйынса баш табип урынбаҫары), Карина Миңлеәхмәтова (табип-кардиолог), Ирина Назарова (баш шәфҡәт туташы), шулай уҡ видео бәйләнеш аша үҙәктең төп хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин коллегаларына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәтен белдерҙе. Баймаҡ районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов үҙәк коллективына Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Ултырыш программаһына эксперттарҙың сығыштары индерелде: Ирина Николаева — Сибай медицина округында медицина ярҙамы торошона анализ, Гүзәл Ғүмәрова — артериаль гипертензиялы пациенттарға ярҙам ойоштороу тәжрибәһе, Венера Камалова — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау системаһында диспансер күҙәтеүе алгоритмы, Алина Харасова телемедицина консультацияларын файҙаланыу перспективалары менән таныштырҙы.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү мәсьәләләре тикшерелде. Ҡатнашыусылар алдынғы тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әйтте.

Кәңәшмәлә Баймаҡ дауаханаһының утыҙға яҡын белгесе ҡатнашты. Был медицина персоналының квалификацияһын күтәреү өсөн әһәмиәтле булды. Сара халыҡҡа медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу өсөн төрлө кимәлдәге медицина учреждениеларының тығыҙ бәйләнештә эшләү мөһимлеген дә күрһәтте.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

 

 

 

Өфө кардиологтары - Баймаҡта
Өфө кардиологтары - Баймаҡта
Өфө кардиологтары - Баймаҡта
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас