Уҙған аҙнала Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан ҙур сара үтте. Унда Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Хәбиров һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сарала Рәсәй Президенты ҡарары менән юғары наградаларға эйә булған Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде. Бер төркөм тәбрикләнеүселәр араһында беҙҙең райондан өс ғаилә булыуы ҡыуаныслы. Улар Сыңғыҙ ауылынан Земфира һәм Биктимер Рәжәповтар, Таулыҡайҙан Альбина һәм Рөстәм Байегетовтар, Баймаҡтан Рәмилә һәм Сабирйән Шәриповтар. Рәжәповтар «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнһә, Байегетовтар һәм Шәриповтар «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләнде. Был юғары наградаға дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, уларға яҡшы тәрбиә биргән, һәләттәрен һәр яҡлап үҫтерергә тырышҡан ата-әсәләр лайыҡ була. Ғөмүмән,ғаиләнең йәмәғәт эштәрендә, ауыл һәм ҡала тормошонда үткән сараларҙа ла әүҙем булыуы мөһим.
Тулыраҡ, гәзиттең киләһе аҙна һанында.