Новости
14 Июль 2025, 10:10

"Һаҡмар" һыуһаҡлағысында ремонт

Былтыр подрядсы ойошма менән гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлауға 226,9 миллион һумға контракт төҙөлгән...

"Һаҡмар" һыуһаҡлағысында ремонт"Һаҡмар" һыуһаҡлағысында ремонт
"Һаҡмар" һыуһаҡлағысында ремонт

Баймаҡ районында "Һаҡмар" һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмаларына капиталь ремонт башланды. Объект 2005 йылда төҙөлгән. Һыуһаҡлағыс Һаҡмар йылғаһының ағымын көйләй, территорияны ташҡындан һаҡлай һәм ауыл хужалығы предприятиеларын һыу менән тәьмин итә. 

Былтыр подрядсы ойошма менән гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлауға 226,9 миллион һумға контракт төҙөлгән. Финанслау республика бюджетына һәм федераль субсидиялар иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Хәҙер плитәләр, һыу төбөндәге һыу ағыҙыу камераһының тимер конструкциялары, шулай уҡ һыу ағыҙыу һәм боҙҙан һаҡлау ҡоролмаларының тимер-бетон элементтары һүтелгән. Эштәр 2,5 йылға иҫәпләнгән һәм 2026 йылдың октябрендә тамамланасаҡ. Капиталь ремонт һыуһаҡлағысты хәүефһеҙ файҙаланыуҙы тәьмин итәсәк.

"Һаҡмар" һыуһаҡлағысында ремонт
"Һаҡмар" һыуһаҡлағысында ремонт
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас