+24 °С
Ямғыр


Ҡотҡарыусылар Талҡаҫ күле уртаһына йөҙөп киткән 35 йәшлек ҡатынға һәм 11-12 йәшлек балаларға ярҙам итте. Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, көслө тулҡын арҡаһында йөҙөү сараһы ярҙан алыҫ китә, һәм кешеләр ярҙам һорай башлай. Бәхеткә күрә, патруллек иткән ҡотҡарыусылар бөтәһен дә ярға эвакуациялай.